2 Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды.
Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине.
Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.
Һин дә атайың Дауыт кеүек саф күңел һәм намыҫ менән Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,
Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы.
Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы.
Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай,
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.