Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:15 - Изге Яҙма

15 Ахаз батша Урияһ ҡаһинға: – Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:15
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.


Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине.


Шул уҡ көндө батша, Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итте, сөнки Раббы хозурындағы баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай ине.


Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.


Урияһ ҡаһин Ахаз батшаның ҡушҡандарын еренә еткереп үтәне.


Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.


Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы.


Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны.


Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә.


Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ