13 Үҙенең тотош яндырыу ҡорбанын яндырҙы, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан килтерҙе, ҡорбан усағына татыулыҡ ҡорбанының ҡанын һирпте.
Дамасктан ҡайтҡас, батша ҡорбан усағын күрергә килде, эргәһенә килеп, өҫтөнә менде һәм унда ҡорбан ғәмәле ҡылды.
Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.