30 Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды.
Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.
Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Пеҡахтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды.
Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды.
Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә,
Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.
– Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах һыуҙарын һанға һуҡмайынса, Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән,
Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»
Инде улар: «Беҙҙең өҫтән батша юҡ, Раббынан беҙ ҡурҡмайбыҙ, Батша булһа ла, ҡулынан ни килер ине?» – тиҙәр.
Самария менән уның батшаһы Һыу өҫтөндәге тапсыҡтай ағып китер.