20 Менахем был саҡлы көмөштө, кеше башына илле шекел көмөш түләргә ҡушып, Исраилдың байҙарынан йыйып алды. Бынан һуң Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренән сығып үҙ иленә ҡайтып китте.
Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине.
Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.
Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Йеһояҡим фирғәүенгә алтынды һәм көмөштө бирҙе. Фирғәүен талап иткән тиклем алтын-көмөш йыйыр өсөн Йеһояҡим ил халҡына, һәр береһенең байлығына ҡарап, һалым һалды.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Ноғомиҙың ире Әлимәләхтең үҙе менән бер нәҫелдән Боғаз тигән туғаны булып, ул бай һәм хөрмәтле кеше ине.