12 Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты.
Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.
Раббы Йеһуға: – Минең күҙ алдымда дөрөҫ булғанды эшләгәнең, Ахав йортона ҡаршы Мин нимә теләгән булһам, барыһын да ҡылғаның өсөн тоҡомоң дүртенсе быуынға тиклем Исраил тәхетендә ултырыр, – тип белдерҙе.
Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте.
Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ етенсе йылында, Самарияла Исраил тәхетенә Йеһоахаз улы Йеһоаш ултырҙы һәм ун алты йыл батшалыҡ итте.
Йеһоаш үлеп, ата-бабалары хозурына күсте. Уның урынына тәхеткә Яровғам ултырҙы. Йеһоаш Самарияла Исраилдың башҡа батшалары янында ерләнде.
Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы.
Зәкәрьяһтың башҡа эштәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,
Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.
– Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға алырға килгән кешеләрҙе эйәртеп килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы был һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине.
Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.