3 Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы.
Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.
Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине.
Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.
Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне.
Ул егерме биш йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән ине.
Табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан салыуын, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Йеһоядағтың вафатынан һуң, Йәһүҙә түрәләре батшаға килеп баш эйә, батша иһә уларҙы тыңлай башлай.
Йеһоядағ ҡаһин иҫән саҡта, Йоаш Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –
Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.