28 Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ахазъяһтың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһоаш вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла Исраил батшалары янында ерләнде. Урынына улы Яровғам тәхеткә ултырҙы.
Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы.
Улар барыһы ла Йәһүҙә батшаһы Йоҫам менән Исраил батшаһы Яровғам заманында нәҫел исемлектәренә теркәлгән була.
Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.