Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 14:25 - Изге Яҙма

25 Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 14:25
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.


Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Шул осорҙа Раббы Исраилдың биләмәләрен аҙайта башланы. Арам батшаһы Хазаил, исраилдарҙы еңеп, Иордан йылғаһының көнсығышында Ғад, Рәүвән, Менашше ырыуҙары йәшәгән Ғилғәд ерҙәрен, Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан алып Ғилғәд менән Башанға тиклемге Исраил ерҙәрен ҡулына төшөрҙө.


Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.


Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы.


Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.


Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


– Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк.


Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды:


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.


Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.


Унан сик артабан көнсығышҡа, Ғаҫ-Хефәргә һәм Ғет-Ҡасинға табан барып, Риммонға етә һәм Неғаға ҡарай борола.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ