17 Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң ун биш йыл йәшәне.
Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ етенсе йылында, Самарияла Исраил тәхетенә Йеһоахаз улы Йеһоаш ултырҙы һәм ун алты йыл батшалыҡ итте.
Йеһоаш вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла Исраил батшалары янында ерләнде. Урынына улы Яровғам тәхеткә ултырҙы.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Амасъяһ Йоаш улының Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун бишенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Яровғам Йеһоаш улы ултырҙы һәм ҡырҡ бер йыл батшалыҡ итте.
Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды.