Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:7 - Изге Яҙма

7 Йеһоахаздың ғәскәрендә илле һыбайлы, ун яу арбаһы, ун мең йәйәүле яугир генә ҡалды. Башҡаларын Арам батшаһы аяҡ аҫтындағы тупраҡ кеүек тапап юҡ иткәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым.


Ахав өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәрҙе йыйып алды, бөтәһе ике йөҙ утыҙ ике кеше ине. Унан бөтә Исраил ғәскәрен тупланы, ете мең яугир ине.


Исраил ғәскәре лә тупланды. Аҙыҡ-түлек алып уларға ҡаршы сыҡтылар һәм арамиҙар алдында туплам ҡорҙолар. Ерҙе ябып килгән арамиҙар ғәскәре ҡаршыһында Исраил яугирҙәре ике бәләкәй генә кәзә көтөүе кеүек күренә ине.


Шул осорҙа Раббы Исраилдың биләмәләрен аҙайта башланы. Арам батшаһы Хазаил, исраилдарҙы еңеп, Иордан йылғаһының көнсығышында Ғад, Рәүвән, Менашше ырыуҙары йәшәгән Ғилғәд ерҙәрен, Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан алып Ғилғәд менән Башанға тиклемге Исраил ерҙәрен ҡулына төшөрҙө.


Йеһоахаздың башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


– Хакимым, нишләп илайһың? – тип һораны Хазаил. – Һинең Исраил халҡына ниндәй яуызлыҡтар ҡыласағыңды беләм, – тине Ильясиғин. – Ҡәлғәләрен яндырасаҡһың, егеттәрен ҡылыстан үткәрәсәкһең, сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡлаясаҡһың, ауырлы ҡатындарының ҡарынын ярасаҡһың.


Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.


Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде? Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе? Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра? Кем батшаларҙы баш эйҙерә? Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә, Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра.


Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә. Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша!


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә,


Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ