Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:20 - Изге Яҙма

20 Ильясиғин вафат булды һәм уны ерләнеләр. Йыл һайын Моав баҫҡынсылары Исраилға һөжүм итә торғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:20
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.


Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.


Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.


Әммә Ахав үлгәндән һуң, Моав батшаһы Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе.


Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.


Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр.


Батша арамиҙар ғәскәре өсөн ҙур табын әҙерләргә бойорҙо. Ашатып эсергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрҙе, һәм арамиҙар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайтты. Ошонан алып арамиҙар Исраил еренә баҫып инеүҙән туҡтаны.


Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.


Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме?


Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.


Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ