Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:17 - Изге Яҙма

17 Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:17
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.


Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде.


Ғәскәрҙәр бер-береһенең ҡаршыһында ете көн буйы торҙо. Етенсе көндө һуғыш башланды. Исраилдар бер көн эсендә арамиҙарҙың йөҙ мең йәйәүле яугирен ҡырып һалды.


Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы.


Артабан пәйғәмбәр батшаға: – Уҡтарҙы ал, – тине. Исраил батшаһы уҡтарҙы алғас, Ильясиғин уға: – Уҡтар менән ергә һуҡ, – тине. Батша уҡтар менән өс тапҡыр ергә һуҡты ла туҡтаны.


Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.


– Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса.


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


Афеҡ батшаһы, Шарон тигеҙлеге батшаһы,


Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ