16 Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы.
Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.
– Ҡулыңа уҡ менән йәйә ал, – тине уға Ильясиғин. Батша уҡ менән йәйә алды.
Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин.
Шунан ауыҙын малайҙың ауыҙына, күҙҙәрен – күҙҙәренә, ҡулдарын ҡулдарына терәп, үле кәүҙәнең өҫтөнә ҡапланды. Бер аҙҙан баланың тәне йылына башланы.
Дауыттың маҡтау йыры. Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын, Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын!