15 – Ҡулыңа уҡ менән йәйә ал, – тине уға Ильясиғин. Батша уҡ менән йәйә алды.
Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы.
Яныбыҙға килде лә, Паулустың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Йәрүсәлимдәге йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағаб.