14 Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.
Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.
Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.
Йософ атаһының өҫтөнә йығылды, илай-илай мәрхүмде үпте.
Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһоаш үлеп, ата-бабалары хозурына күсте. Уның урынына тәхеткә Яровғам ултырҙы. Йеһоаш Самарияла Исраилдың башҡа батшалары янында ерләнде.
– Ҡулыңа уҡ менән йәйә ал, – тине уға Ильясиғин. Батша уҡ менән йәйә алды.
Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.
Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең».
Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Намыҫлының фатихаһы менән ҡала төҙөлөр, яуыздың мәкерле теле арҡаһында емереп ташланыр.
Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –
араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Араларында диуарҙы ҡалҡытырлыҡ, диуарҙың емерелеп төшкән урынында тороп, был илде һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн Минең ҡаршыма баҫырлыҡ кеше эҙләнем, әммә берәүҙе лә таба алманым.
Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме?
Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте».
Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.
Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,