Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 12:9 - Изге Яҙма

9 Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 12:9
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндар башҡаса халыҡтан ҡорамды төҙөкләндереүгә аҡса алмаҫҡа, шулай уҡ йүнәтеү эштәрендә ҡатнашмаҫҡа риза булды.


– Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар.


Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.


Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.


Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.


Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды.


Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ