8 Һәр кем, ҡулына ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын. Кем һеҙҙең сафтарға яҡыная, шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.
Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне.
Шәмбе көндө хеҙмәттә булмаған башҡа ике төркөм Раббы ҡорамы янында тороп, батшаны һаҡлар.
Левиҙәр, һәр ҡайһыһы ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын, кем ҡорамға инә – шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.
Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.
– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.