6 өстән бер өлөшө Сур ҡапҡаһы янында, өстән бере Һаҡсылар ҡапҡаһы янында торһон. Һеҙ һарайҙы һаҡларға тейешһегеҙ.
Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы.
Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған һаҡсыларҙың өстән бер өлөшө батша һарайын һаҡлаһын,
Шәмбе көндө хеҙмәттә булмаған башҡа ике төркөм Раббы ҡорамы янында тороп, батшаны һаҡлар.