3 Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне.
Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.
Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.
Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала алты йыл буйына улар менән Алла ҡорамында йәшенеп йәшәй.
Ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала тапты һәм, малайҙың бик күркәм икәнен күреп, өс ай буйы йәшереп тотто.
Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».
Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.