Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 11:17 - Изге Яҙма

17 Йеһоядағ Раббы халҡы булыуы тураһында Раббы менән батша һәм халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ул батша менән халыҡ араһында килешеү төҙөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 11:17
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.


Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.


Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.


Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй.


Йеһоядағ үҙенең, халыҡтың һәм батшаның Раббы халҡы булыуы тураһында килешеү төҙөй.


Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.


Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.


Сидкияһ батша Йәрүсәлимдәге бөтә халыҡ менән ҡолдарҙы иреккә сығарыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.


Шул көндө Йушағ бөтә халыҡ исеменән килешеү төҙөнө. Шунда, Шәхәмдә, ул халыҡҡа ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр бирҙе –


Шемуил халыҡҡа батшалыҡ итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, уларҙы китапҡа яҙып, Раббы алдына һалды. Шунан бөтә халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ