16 Ғаҫалъяһты тотоп алдылар һәм батша һарайына аттарҙы йөрөтә торған ҡапҡанан алып килеп, шунда үлтерҙеләр.
Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.
Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне.
Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр.
Диуарҙың Ат ҡапҡаһынан арыраҡ өлөшөн ҡаһиндар йүнәтте, уларҙың һәр береһе үҙ йортоноң ҡаршыһында эшләне.
Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.
Кеше үлтергән әҙәм мотлаҡ үлемгә дусар ителһен.
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.