10 Ҡаһин йөҙ баштарына Дауыт батшаның Раббы ҡорамында һаҡланған һөңгө һәм ҡалҡандарын таратып бирҙе.
Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайтты.
Ҡулдарына ҡорал тотҡан һаҡсылар, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем, ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй баҫты.
Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайта.
Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Алла ҡорамының хазина келәтенә ҡуя.
– Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ. – Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт.