9 Икенсе көндө иртәнсәк ул ҡапҡа төбөнә сығып баҫты һәм бар халыҡҡа: – Һеҙ ғәйепле түгел. Хакимыма ҡаршы мин фетнә күтәрҙем, уны мин үлтерҙем. Әммә кем быларҙың башына етте?
Йеһу уларға икенсе хат күндерҙе. Унда: «Әгәр ҙә һеҙ, минең яҡлы булып, әйткәнемде тыңлаһағыҙ, хакимығыҙҙың улдарының башын ҡырҡып, иртәгә ошо ваҡытҡа Изреғилгә килтереп еткерегеҙ», – тип яҙылғайны. Батшаның етмеш улын ҡаланың иң күренекле кешеләре тәрбиәләй ине.
Сапҡын батша улдарының баштарын килтереп еткереүҙәре хаҡында Йеһуға хәбәр итте. – Уларҙы ҡала ҡапҡаһы төбөндә ике урынға өйөп ҡуйығыҙ. Иртәнгә тиклем шунда ятһындар, – тип бойорҙо Йеһу.
Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр, Йәһүҙәне төйәк иткәндәр, Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ!
Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.