36 Йеһу Самарияла егерме һигеҙ йыл буйы Исраил батшаһы булды.
Йеһу үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм уны Самарияла ерләнеләр. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоахаз ултырҙы.
Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште.