Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 10:25 - Изге Яҙма

25 Тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарып бөтөр-бөтмәҫтән, Йеһу һаҡсыларға һәм яу баштарына: – Инегеҙ, бөтәһен дә үлтерегеҙ! Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын, – тип әмер бирҙе. Бөтәһен дә ҡылыстан үткәреп, мәйеттәрен тышҡа бырғанылар. Шунан Бәғел ҡорамының эске бүлкәтенә инделәр

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 10:25
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.


Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы.


Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.


Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш.


Муса уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы әйтә: «Ҡылыстарығыҙҙы алығыҙ ҙа туплам буйлап ҡапҡанан-ҡапҡаға тиклем үтегеҙ. Һәр кем туғанын үлтерһен, дуҫын үлтерһен, күршеһен үлтерһен».


Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ