20 – Бәғелгә бағышлап йыйын иғлан итегеҙ, – тине Йеһу. Йыйын көнөн билдәләнеләр.
Ураҙа иғлан ителде. Навоҫты халыҡ алдына түргә ултырттылар.
Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.
Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!