Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 10:15 - Изге Яҙма

15 Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 10:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.


Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты.


Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе.


Әлеге кешеләр был һүҙҙәрҙе яҡшыға юраны һәм: – Эйе, Бен-Һадад һиңә туған кеүек, – тип күтәреп алды. – Барығыҙ, уны бында алып килегеҙ, – тип бойорҙо батша. Бен-Һадад килгәс, Ахав уны үҙенең яу арбаһына мендерҙе.


Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар.


– Быларҙы тереләй алығыҙ! – тип бойорҙо Йеһу үҙенең кешеләренә. Уларҙы тотоп алдылар ҙа Бейт-Ғеҡедтәге һыу соҡоро эргәһендә ҡылыстан үткәрҙеләр. Ҡырҡ ике кешенең бөтәһе лә үлтерелде, Йеһу береһен дә иҫән ҡалдырманы.


– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.


Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.


Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте.


Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы.


– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.


Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ».


– Берәйһе төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, хәбәши Филиппусты үҙенең эргәһенә арбаға ултырырға саҡырҙы.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ