ІV Батшалар 1:16 - Изге Яҙма16 – Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».