Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 1:11 - Изге Яҙма

11 Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 1:11
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.


– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.


Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ