1 Исраил батшаһы Ахав үлгәндән һуң, Моав Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы.
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай.
Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!
Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер.