27 Әммә уның бойороғо буйынса ғивғондар, шул көндән башлап, Исраил йәмғиәте һәм Раббы һайлаған урында ҡуйылған ҡорбан усағы өсөн утын һәм һыу ташырға тейеш булды. Улар әле лә шул эште башҡара.
Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың».
Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең өлөшөнән һәр биш йөҙөнсө әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды ал да Раббыға һалым итеп,
Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир.
Муса, Раббы бойорғанса, исраилдар өлөшөнән кеше һәм мал-тыуарҙың илленән берен алып, Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бирҙе.
Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.
Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.
Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.
Йәмғиәт башлыҡтары: «Әйҙә йәшәһендәр, әммә бөтә йәмғиәт өсөн утын ҡырҡыусы һәм һыу ташыусы булһындар», – тип ҡарар итте. Шулай итеп, башлыҡтар әйткәнсә булды.
Йушағ шулай эшләне: ғивғондарҙы үлтертмәне, уларҙы исраилдар ҡулынан ҡотҡарып ҡалды.