17 Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
Ғивғондан Йишмағъяһ, утыҙ батырҙың береһе һәм уларҙың башлығы; Гедеранан Йермеяһ, Яхазиил, Йоханан һәм Йозавад;
Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал,
Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ.
Ҡыръяҫ-Еғарим нәҫелдәре – йитриҙәр, пуҫиҙар, шумаҫиҙар, мишрағиҙар. Уларҙан сорғалар һәм әштәолдар тарала.
Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була.
сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше;
Раббы исеменән пәйғәмбәрлек иткән Шемағъяһ улы Урияһ тигән йәнә бер кеше булды. Ул сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғаримдан ине. Ул да, Йермеяһ әйткәнсә һөйләп, был ҡалаға һәм илгә ҡаршы пәйғәмбәрлек итте.
Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.
Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.
Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.
Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик.
Көньяҡтағы сик Ҡыръяҫ-Еғарим эргәһенән башлана. Ул көнбайыштан Нәфтоах сығанағына табан һуҙыла.
Ә килешеү төҙөгәндән һуң өс көндән исраилдар уларҙың ошо ерҙә йәшәүсе күршеләре булыуын белде.
Ләкин улар был ҡалаларға һөжүм итмәне, сөнки йәмғиәт башлыҡтары Исраил Аллаһы Раббы менән уларға ант иткәйне. Уларҙың был ҡылғанына халыҡ асыулана башланы,
Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,
Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен
Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.