15 Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте.
Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.
Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!
Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Йушағтың Ғайҙы баҫып алғанын, харам ҡылып уны тотош юҡ иткәнен, Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ғай һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләгәнен, Ғивғон кешеләренең исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәнен һәм улар араһында йәшәгәнен ишетте.
«Йушағ һәм исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшкән өсөн, килеп миңә ғивғондарҙы тар-мар итергә ярҙамлашығыҙ», – тип әйтергә ҡушты.
Ғивғонда йәшәгән хиууиҙәрҙан башҡа бер генә ҡала ла исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөмәне. Исраилдар һәр ҡаланы һуғышып алды.
Ә килешеү төҙөгәндән һуң өс көндән исраилдар уларҙың ошо ерҙә йәшәүсе күршеләре булыуын белде.