14 Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.
Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.
Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.
Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн.
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы.
Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.
Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.
Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.