10 һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ.
Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы,
Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһына ҡараған нәҫелдәрҙән көтөүлектәре менән Башандағы Голан, Ғаштароҫ бирелә.
Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең.
Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды.
Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.
Һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғ Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә хакимлыҡ итә ине.
Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде.
Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ.
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Шуға аҡһаҡалдарыбыҙ һәм илебеҙ кешеләре беҙгә шундай бурыс йөкмәтте: «Юлға аҙыҡ-түлек алығыҙ ҙа шул халыҡ янына барығыҙ. Уларға: „Беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ, беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ“, – тип әйтегеҙ».
Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен