8 Ҡаланы баҫып алығыҙ ҙа яндырығыҙ. Барыһын да Раббы ҡушҡанса эшләгеҙ. Һеҙгә минең бойороғом шундай.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма.
Улар Йушағҡа былай тине: – Һин ҡушҡандың бөтәһен дә үтәрбеҙ. Һин ҡайҙа бойорһаң, шунда барырбыҙ.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй.
Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө.
Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.
Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы.
Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята.
ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.
Йушағ уларға ҡуҙғалырға ҡушты: улар барып Бейт-Ил менән Ғай араһында, Ғайҙан көнбайышҡараҡ боҫҡон ҡорҙо. Йушағ төндө ҡалған ғәскәр янында үткәрҙе.
Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ.