Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 8:35 - Изге Яҙма

35 Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 8:35
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.


Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы.


улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.


– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!


Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Бөгөн барсағыҙ ҙа: ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдар, етәкселәр, Исраилдың бөтә ирҙәре, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, арағыҙҙа йәшәгән һәм утынығыҙҙы ҡырҡҡан, һыуығыҙҙы ташыған килмешәктәр – Аллағыҙ Раббы алдында тораһығыҙ.


Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.


Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йыйығыҙ. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен.


Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ