Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 8:33 - Изге Яҙма

33 Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 8:33
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙ кешегеҙгә лә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә ҡанун бер.


Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.


Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡанун да, йолалар ҙа бер.


Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын.


Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Йәрүсәлимдә генә, тиһегеҙ.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе биләйәсәк ерегеҙгә алып ингәс, Геризим тауында фатиха, Ғевал тауында ҡарғыш уҡырһығыҙ.


Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йыйығыҙ. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен.


Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөүсе левиҙәргә былай тине:


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


Ул исраилдарҙы – аҡһаҡалдарын, ырыу башлыҡтарын, хөкөмдарҙарын, етәкселәрҙе саҡырып алды ла уларға былай тине: – Минең йәшем етте, инде ҡартайҙым.


Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.


Халыҡ үҙ сатырҙарын йыйып, Иорданды аша сығыр өсөн юлға сыҡҡанда, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар алдан атланы.


һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.


Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.


Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты.


Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар Иордандан сығып, уларҙың табаны ҡоро ергә тейеү менән, Иордан һыуҙары үҙ урынына ҡайтты һәм әүәлгесә ярҙарынан сығып аға башланы.


Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ