30 Ошо ваҡиғанан һуң Йушағ Ғевал тауында Исраил Аллаһы Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо.
Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.
Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ҙур таштар торғоҙоп ҡуйығыҙ, уларҙы ағартығыҙ.