Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 8:28 - Изге Яҙма

28 Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 8:28
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.


Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.


Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. –


Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Бар яумалды йыйып, майҙан уртаһына өйөп ҡуй. Ҡаланы бөтә яумал менән бергә Аллаң Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп яндыр. Ҡала мәңгегә емерелеп ятһын, ҡабаттан яңыртып төҙөлмәһен.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.


Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ