21 Йушағ менән исраилдар боҫҡонда ултырыусыларҙың ҡаланы баҫып алыуын, ҡала өҫтөндә төтөн күтәрелеүен күргәс, кире боролоп Ғай яугирҙәренә һөжүм итте.
Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап алды ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуйҙы.
Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Йушағтың Ғайҙы баҫып алғанын, харам ҡылып уны тотош юҡ иткәнен, Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ғай һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләгәнен, Ғивғон кешеләренең исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәнен һәм улар араһында йәшәгәнен ишетте.
Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды.
Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы.