18 Шунда Раббы Йушағҡа: – Ҡулыңдағы һөңгөңдө Ғай яғына йүнәлт. Мин был ҡаланы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. Йушағ һөңгөһөн Ғай яғына йүнәлтеү менән,
Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто.
Өҫтөнә тағылған һаҙаҡта уҡ сыңлай, Һөңгө менән ҡалҡан ялтырай.
Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.
Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.
Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын йылғалар, арыҡтар, күлдәр өҫтөнә һуҙһын да тәлмәрйендәрҙе Мысыр еренә сығарһын, – тине.
Бабил батшаһының көсөн арттырасаҡмын, ә фирғәүендең ҡулы һәленеп төшәсәк. Ҡылысымды Бабил батшаһына тотторғас һәм ул уны Мысыр иленә йүнәлткәс, улар Минең Раббы булғанымды белер.
Ғайҙа ла, Бейт-Илдә лә бер генә ир-егет тә ҡалманы – бөтәһе лә исраилдарҙы эҙәрләй китте. Улар, ҡаланы асыҡ ҡалдырып, исраилдар артынан ҡыуа төшкәйне.
яугирҙәре боҫҡондан сыҡты ла ҡалаға бәреп инде. Уны ҡулға төшөрҙөләр һәм үрт һалдылар.
Харам ҡылынып юҡ ителергә тейешле һәр кем – Ғайҙа йәшәгән һәммә кеше ҡырылып бөткәнсе, Йушағ ҡала яғына йүнәлтелгән һөңгөһөн төшөрмәне.
ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.
Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине.
Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм.
Аяҡтарын да баҡыр теҙлек менән ҡаплаған. Арҡаһына баҡырҙан ҡыҫҡа һөңгө аҫҡан.