13 Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө.
Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы.
Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине.
Ҡаланы баҫып алығыҙ ҙа яндырығыҙ. Барыһын да Раббы ҡушҡанса эшләгеҙ. Һеҙгә минең бойороғом шундай.