8 Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам?
Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит.
Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан.
Бағауыл урынына баҫайым, Күҙәтеү манараһында торған килеш Раббының миңә нимә әйтерен, Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем.
– Эй Хакимым Раббы, – тине Йушағ, – ниңә Һин был халыҡты Иордан аша сығарҙың? Беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп, харап итер өсөнмө? Эй, Иордан йылғаһының аръяғында ҡалған булһаҡсы!
Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?
Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.