Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 7:7 - Изге Яҙма

7 – Эй Хакимым Раббы, – тине Йушағ, – ниңә Һин был халыҡты Иордан аша сығарҙың? Беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп, харап итер өсөнмө? Эй, Иордан йылғаһының аръяғында ҡалған булһаҡсы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 7:7
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр.


– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!


Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.


«Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.


Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.


– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.


Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым, Раббының һабағына битараф булма, Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам?


Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ