26 Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала.
Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.
Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды.
Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.
Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр.
Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам.
Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә!
Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».
Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.
Соҡорға ташлап, йәнемде алмаҡ булды, Өҫтөмә таштар ырғытты.
Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.
Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ.
Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.
Улар Юнысты алдылар ҙа диңгеҙгә ташланылар – дауыл шунда уҡ баҫылды.
Фәрештә миңә былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡара, төньяҡ илгә киткәндәр төньяҡта Раббы рухын тынысландырҙы.
баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.
Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.
Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр.
Эңерҙә Йушағтың бойороғо буйынса мәйеттәрҙе бағананан төшөрөп, уларҙы был батшалар йәшеренгән мәмерйә эсенә ырғыттылар. Мәмерйә ауыҙын иһә ҙур-ҙур таштар менән ҡаплап ҡуйҙылар. Был таштар әле лә шунда тора.
Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.
Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.