Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 7:24 - Изге Яҙма

24 Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 7:24
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.


Эшендәге уңышһыҙлыҡ арҡаһында ул бар байлығын юғалта, тыуған улына бер нәмә лә ҡалдыра алмай.


Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә.


Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!»


Бөтә алтын-көмөш, баҡыр һәм тимер әйберҙәр Раббыға бағышлана, улар Раббының хазинаһына килтерелһен.


Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.


Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.


Улар әйберҙәрҙең бөтәһен дә сатырҙан Йушағ һәм бөтә Исраил халҡына алып килделәр ҙә уларҙы Раббы хозурында ергә һалдылар.


Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ