23 Улар әйберҙәрҙең бөтәһен дә сатырҙан Йушағ һәм бөтә Исраил халҡына алып килделәр ҙә уларҙы Раббы хозурында ергә һалдылар.
Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың – нимәңде таптың? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында – хөкөм итһендәр беҙҙе.
Йушағтың бойороғо буйынса Ғахандың сатырына йүгерҙеләр – әйберҙәр шунда йәшерелгәйне; көмөш иң аҫта ине.
Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте.