20 Ғахан Йушағҡа: – Эйе, дөрөҫ, Раббыға, Исраил Аллаһына ҡарата мин гонаһ ҡылдым, – тине. – Бына мин нимә эшләнем:
– Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!
Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.
Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырта һалып алды ла былай тине: – Аллағыҙ Раббы алдында ла, һеҙҙең алда ла гонаһ ҡылдым.
Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. –
Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине: – Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам.
Уны ҡиммәт хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
– Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға.
– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.
яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята.
– Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым.
– Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.